“ПРОБЛЕМЫ ВОСТОКОВЕДЕНИЯ”, фәнни журнал. Ойоштороусылары – БР Фәндәр академияһы, РФА-ның Өфө ғилми үҙәге, БДУ, БДПУ, Таулы Алтай ун-ты, Тыва Респ. хөкүмәте ҡарамағындағы (Ҡыҙыл) Тыва гуманитар тикшеренеүҙәр ин-ты, М.К.Аммосов ис. (Якутск) Төньяҡ-көнсығыш федераль ун-т. 2008 й. “Йәдкәр” ж. базаһында булдырыла. 2009 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр башҡ. һәм урыҫ телдәрендә (һығымта – инглиз телендә) сыға. Тиражы – 1000 дана (2011). Журналда гуманитар фәндәр өлкәһендәге фундаменталь тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре, архив һ.б. материалдар баҫыла. Рубрикалары: “Философия. Социология. Иҡтисад”, “Тарих. Археология. Этнография”, “Әҙәбиәт. Сәнғәт. Фольклор”, “Лингвистика”, “Хоҡуҡ белеме. Сәйәсәт”, “Фән бөгөн” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Р.Н.Байымов (2008 й. алып), И.Ғ.Ғәләүетдинов (2010 й. алып).

М.Г.Вәлиева

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика