ПРИПЛОДНЫЙ ЛОГ, һуң бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Силәбе өлк. Троицк р‑ны Подгорный а. көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Уй й. һул ярында урынлашҡан. 1978 й. Т.С.Малютина тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы (диам. 8—16 м, бейеклеге 0,1—0,6 м) һәм түңәрәк формаһындағы таш кәртәле ҡәберлектәргә ҡарай. 27 ҡурған табылған, 14‑е өйрәнелгән. 3 ҡурған — Алакүл мәҙәниәтенә (мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына бөгәрләнгән килеш уң йәки һул ҡабырғаға һалып, баштары м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән; ш. уҡ бала ҡәберҙәре осрай), 5 ҡурған — Фёдоровка мәҙәниәтенә (ерләү ҡоролмалары ағас м‑н ябылған һәм стеналы ҡәбер соҡорҙарынан тора; кремациялау эҙҙәре күренә; һауыт‑һаба, хайуан һөйәктәре табылған), 5 ҡурған Черкаскүл мәҙәниәтенә (ерләү ҡоролмалары янғын һәм ҡорбан килтереү эҙҙәре булған дромостарҙан һәм төрбәләрҙән тора) ҡарай. Ҡомартҡы Андрон мәҙәни‑тарихи берлеге мәҙәниәттәренең үҫеш динамикаһын сағылдыра. Материалдар Силәбе өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.

Т.С.Малютина

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика