ПРЕСЛАУ м е т а л д а р ҙ ы, һығылмалылығы сағыштырмаса бәләкәй булған металдарҙың һәм иретмәләрҙең формаһын уларҙың емерелмәйенсә деформацияланыуын юғары дәрәжәлә тәьмин итә торған пластик деформация ысулы. Башлыса горизонталь гидравлик престарҙа әҙерләмәләрҙе йылытып башҡарыла. Металлургияла П. — арҡыры киҫелешенең формаһы төрлөсә (түңәрәк, квадрат, мөйөш һымаҡ һ.б.) булған оҙон үлсәмле изделиеларҙы, машиналар эшләүҙә профиле ҡатмарлы әҙерләмәләрҙе яһағанда ҡулланалар. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында бөртөк үлсәмдәре 1–10 мкм (микрокристаллик металдар, иретмәләр), 0,1–1 мкм (субмикрокристаллик), 10–100 нм (нанокристаллик) интервалында булған ультраваҡ бөртөклө металдар һәм уларҙың иретмәләрен алыу өсөн тигеҙ каналлы мөйөш яһап П. ысулы ҡулланыла. Алынған материалды мөйөш формаһындағы канал аша бер йәки күп тапҡыр ҡыҫып үткәреү һөҙөмтәһендә әҙерләмәләрҙең үлсәмдәре һаҡлана, процестың етештереүсәнлеге арта. Үтә ваҡ бөртөклө металдар, иретмәләр юғары т‑раларҙа үтә һығылмалыға (ҡара: Үтә һығылмалылыҡ) әүерелә, бүлмә т‑раһында эре бөртөклөләргә ҡарағанда нығыраҡ булалар.

Н.П.Барыкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика