ПРЕМИЯ (лат. praemium – бүләк), эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендәге юғары ҡаҙаныштар өсөн дәртләндереү ысулы. Лауреаттарға дипломдар, түшкә таға торған иҫтәлекле һәм почётлы билдәләр, аҡсалата бүләк һ.б. бирелә. Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, 1967 й. БАССР П. итеп булдырыла, 1990 й. алып Дәүләт П. 2 йылға 1 тапҡыр БР‑ҙың нәфис мәҙәниәтенә тос өлөш индергән иң талантлы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн тапшырыла. 110 лауреатҡа, ш. уҡ Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бирелгән (2008).

Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы, 1991 й. Бөтә Рәсәй китап һөйөүселәр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе П. булараҡ ойошторола, 2005 й. алып – Дәүләт П. 2 йылға 1 тапҡыр әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре аша үҫеп килеүсе быуынға рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреүгә тос өлөш индергән өсөн тапшырыла. 2005 й. башлап 2 лауреатҡа бирелгән (2009).

Йәштәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт премияһы, 1995 й. булдырыла. Республиканың йәш архитекторҙары, композиторҙары, яҙыусылары, шағирҙарының йәмғиәт тарафынан танылыу яулаған иң талантлы юғары нәфис әҫәрҙәре, юғары проф. кимәлдә ҡуйылған сәхнә һәм концерт эшмәкәрлеге өсөн йырсыларға, цирк һәм эстрада артистарына, театр, кинотеатр һ.б. тамаша учреждениелары хеҙм‑рҙәренә, йәштәр бейеү, муз. һәм эстрада коллективтарына йыл һайын тапшырыла. 55 лауреатҡа бирелгән (2008).

Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы, 1995 й. булдырыла. 2 йылға 1 тапҡыр гуманитар, тәбиғи һәм техник фәндәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән, алдынғы технологиялар, заманса материалдар, машиналар һәм приборҙар эшләп, производствоға индергән өсөн тапшырыла. 40 лауреатҡа бирелгән (2007).

Фән һәм техника өлкәһендә республика йәштәр дәүләт премияһы, 2002 й. булдырыла. Ватан һәм донъя ҡаҙаныштары кимәленә тап килеп, БР‑ҙың соц.‑иҡт. һәм мәҙәни-рухи үҫешенә булышлыҡ иткән гуманитар, тәбиғи һәм техник фәндәр үҫешенә тос өлөш индергән, яңы ресурстар һаҡлаусы һәм экологик яҡтан таҙа технологиялар, заманса материалдар, машиналар һәм приборҙар эшләп, производствоға индергән өсөн йыл һайын тапшырыла. 32 лауреатҡа бирелгән (2007).

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы, 1989 й. Журналистар союзы П. итеп булдырыла, 1996 й. башлапБР Хөкүмәте П. БР һәм РФ журналистар союздары ағзаларына журналистика өлкәһендәге иң яҡшы хеҙмәттәре өсөн йыл һайын тапшырыла. 68 лауреатҡа бирелгән (2008).

С.Т.Аксаков исемендәге әҙәбиәт премияһы, 1996 й. Аксаков фонды, РФ Яҙыусылар союзы һәм БР Яҙыусылар союзы м‑н берлектә БР Президенты тарафынан булдырыла. 3 йылға 1 тапҡыр Рәсәй классик әҙәбиәтенең юғары нәфис һәм рухи-әхлаҡ традицияларына тап килгән, тыуған ергә һәм уның халыҡтарына һөйөү идеалдарын раҫлаған, дөйөм Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған әҫәрҙәре һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн яҙыусыларға, публицистарға, әҙәби тәнҡитселәргә тапшырыла. 6 лауреатҡа бирелгән (2008).

Продукция (тауарҙар һәм хеҙмәттәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Президенты премияһы, 2002 й. булдырыла. Тауар етештереү (хеҙмәт күрһәтеү) өлкәһендә сифатҡа юғары һөҙөмтәле идара итеү ысулдары индергән, продукцияның хәүефһеҙлеген һәм сифатын тәьмин иткән ойошмаларға йыл һайын тапшырыла. 81 лауреатҡа һәм дипломантҡа бирелгән (2008).

“Юғары һөҙөмтәле инвестицион эшмәкәрлек өсөн” Башҡортостан Республикаһы Президенты премияһы, 2007 й. булдырыла. Республика биләмәләрендә өҫтөнлөклө инвестицион проекттарҙы уңышлы ғәмәлгә ашырған, юғары технологиялы, конкуренцияға һәләтле һәм юғары сифатлы продукция етештергән һәм хеҙмәт күрһәткән, ш. иҫ. инновацион ысулдар ҡулланған ойошма-инвесторҙарға йыл һайын тапшырыла. 35 лауреатҡа һәм дипломантҡа бирелгән (2008).

ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты 1967—90 йй. юғарыидея-эстетик йөкмәткеле әҙәби, муз., һынлы сәнғәт әҫәрҙәре, башҡарыу оҫталығы өсөн йәш авторҙарға — Ғ.Сәләм ис. П., 1973—90 йй. фән, техника һәм производство өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн П. тапшырған. БР ФА‑ның исемле П.: Н.А.Айытов ис.(соц. фәндәр өлкәһендәге лайыҡлы хеҙмәттәре өсөн), Д.Ф.Варфоломеев ис. (химия һәм химик технологиялар), Г.В.Вахрушев ис. (Ер һәм экология фәндәре), С.А.Гавриловис. (техник фәндәр), В.К.Ғирфанов ис.(биол. фәндәре), Зәки Вәлиди (ҡара: Ә.Ә.Вәлидов; гуманитар һәм соц. фәндәр), К.П.Краузе ис. (физика-матем. фәндәре), Ғ.Х.Ҡоҙаяров ис. (мед. фәндәре), Р.Ғ.Кузеев ис. (гуманитар фәндәр), С.А.Ҡунаҡбаев ис. (а.х. фәндәре), А.Ф.Леонтьев ис. (матем. фәндәре), Р.Р.Мәүлитов ис. (техник фәндәр), М.И.Өмөтбаев ис. (гуманитар фәндәр), С.Р.Рафиҡов ис. (химияһәм нефтехимия), Ғ.Н.Тереғолов ис. (мед. фәндәре), Ҡ.Р.Тимерғәзин ис. (Ер һәм экология фәндәре), М.И.Тоҡомбәтов ис. (иҡт. фәндәре), А.А.Трофимукис.(нефть геологияһы).

Ҡала һәм райондарҙың исемле П.: Аҡмулла ис. (Миәкә р‑ны), З.А.Биишева ис. (Күгәрсен р‑ны), Б.Вәлид һәм С.М.Мифтахов ис. (Баймаҡ р‑ны), Р.Й.Ғарипов ис. (Салауат р‑ны), Ғәли Ғ.Ибраһимов ис. (Стәрлетамаҡ ҡ.), Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов ис. (Ауырғазы р‑ны), Ж.Ғ.Кейекбаев ис. (Ғафури р‑ны), Ф.Кәрим ис. (Бәләбәй һәм Бишбүләк р‑ндары), М.Х.Минһажетдинов ис. (Учалы р‑ны), С.М.Мөхәмәтҡолов ис. (Бөрйән р‑ны), Н.Нәжми (Дүртөйлө р‑ны), Ғ.Й.Рамаҙанов ис. (Саҡмағош р‑ны), С.И.Чекмарёв ис. (Хәйбулла р‑ны), К.Ә.Әхмәтйәнов ис. (Әбйәлил р‑ны) һ.б.

Республикала ш. уҡ йәмәғәт П. (Ә.Вәлидов ис.), ведомство П. (М.А.Феринис.) һ.б. П. булдырылған.

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика