ПРЕЗИДЕНТ ХАКИМИӘТЕ. БР Конституцияһының 87‑се статьяһының 24‑се пунктына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Президенты тарафынан үҙенең эшмәкәрлеген ойоштороу, хоҡуҡи яҡтан, мәғлүмәти-аналитик, матди-техник һәм финанс йәһәтенән тәьмин итеү өсөн булдырыла.

Түбәндәге эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә: БР Президентына закон сығарыу башланғысында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға индереү өсөн закон проекттары, ш. уҡ БР Президентының БР халҡына һәм БР Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһен әҙерләй; БР Дәүләт Йыйылышы ҡараясаҡ закон проекттарына йомғаҡлау әҙерләй; БР Президентына тапшырыу өсөн указ һәм ҡарар проекттары әҙерләй, ризалыҡ ала һәм уның ҡарамағына тапшыра, БР Президенты указдары һәм ҡарарҙарының рәсми рәүештә нәшер ителеүен тәьмин итә; БР Президенты ҡарамағындағы кәңәш итеү һәм консультация биреү органдарының эшмәкәрлеген көйләй; БР Президенты указдары, ҡарарҙары һәм ҡушыуҙарының үтәлешен күҙәтә һәм тикшерә; БР Президентының дәүләт органдары, сәйәси партиялар, йәмәғәт берекмәләре, сил илдәрҙең сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, халыҡ-ара ойошмалар м‑н үҙ-ара эшмәкәрлеген тәьмин итә; судоргандарында БР Президенты мәнфәғәттәрен яҡлай; кадрҙар мәсьәләһендә БР Президенты вәкәләттәренең үтәлешен тәьмин итә; БР‑ҙың соц.‑иҡт., ижт.‑сәйәси һәм мәҙәни тормошо т‑да мәғлүмәт йыя, эшкәртә һәм анализлай, граждандар мөрәжәғәттәренең, йәмәғәт берекмәләренең тәҡдимдәрен, дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара документтарының иҫәбен алып бара һәм анализлай, уларҙы БР Президентына тапшыра һ.б. Хакимиәткә дөйөм етәкселекте БР Президенты алып бара. П.Х. составына БР П.Х. Етәксеһе, БР‑ҙың ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы Секретары, БР Президентының матбуғат хеҙмәте, идаралыҡтар, бүлектәр һ.б. структуралар инә.БР П.Х. етәкселәре: С.Х.Әминев (1993 й. алып), И.Ә.Ғәбитов (1995 й. алып), И.Р.Ғимаев (2000 й. алып), Р.Ф.Хәбиров (2003 й. алып), А.Т.Сәғитов (2008 й. алып), Н.А.Курапов (2009 й. алып), Ә.Ә.Мәхмүтов (2010 й. алып), В.А.Балабанов (2011 й. алып).

М.Ғ.Рахманов, М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика