ПРЕЗИДЕНТ СОВЕТЫ, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы кәңәшмә орган. БР Президентының 1994 й. 4 апр. Указына ярашлы ойошторола. РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, федераль һәм респ. закондарына, РФ һәм БР‑ҙың башҡа норматив‑хоҡуҡи акттарына ярашлы эш иткән. БР Президенты тарафынан дәүләт власы органдары, пр‑тие һәм ойошма етәкселәре, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре иҫәбенән ойошторолған. Ултырыштары кәмендә ярты йылға бер тапҡыр уҙғарылған. Төп бурыстары: Башҡортостан Республикаһының эске һәм тышҡы сәйәсәтенең төп йүнәлештәре б‑са тәҡдимдәр әҙерләү; соц.‑иҡт., ижт.‑сәйәси, мәҙәни‑рухи үҫеш стратегияһын һөҙөмтәле ғәмәлгә ашырыу юлдарын билдәләү; дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлеген яҡшыртыу б‑са тәҡдимдәр эшләү. БР Президентының 2014 й. 1 окт. Указы м‑н бөтөрөлә. Рәйестәре — М.Ғ.Рәхимов (1994 й. алып), Р.З.Хәмитов (2010—14).

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика