“ПРАВОВОЕ ГОСУДАРСТВО: ТЕОРИЯ И ПРАКТИКА” (“хоҡуҡи дәүләт: теория һәм практика”), ижт.‑сәйәси һәм ғилми‑хоҡуҡи журнал. Ойоштороусылары: Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., БДУ, Хоҡуҡ проблемалары ҒТИ, РФ ЭЭМ‑ының ӨЮИ. 2005 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы 500 дана (2015). Журнал биттәрендә дәүләт төҙөлөшөнөң актуаль мәсьәләләре, хоҡуҡи системаға реформа үткәреү, закондар сығарыуҙы камиллаштырыу, халыҡтың хоҡуҡи белемен күтәреү һ.б. б‑са мәҡәләләр донъя күрә. Журнал РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы тарафынан фән докторы һәм кандидаты ғилми дәрәжәһенә дисс. яҡлау б‑са иң мөһим ғилми һөҙөмтәләр баҫылырға тейешле рецензияланған төп ғилми журналдар һәм баҫмалар исемлегенә индерелгән. Рубрикалары: “Гражданлыҡ һәм ғаилә хоҡуғы”, “Конституцион һәм муниципаль хоҡуҡ”, “Халыҡ‑ара мөнәсәбәттәр һәм тышҡы сәйәсәт”, “Хоҡуҡ менән дәүләт теорияһы һәм тарихы”, “Енәйәт эше хоҡуғы һәм криминология”, “Финанс һәм бюджет хоҡуғы”, һ.б. (2015). Баш мөхәррирҙәре: Ф.М.Раянов, Ф.Х.Ғәлиев (2014 й. алып).

Ф.М.Раянов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика