ПРАВЕДНИКОВ Николай Константинович (9.12.1933, БАССР-ҙың Асҡын р‑ны Ҡуяштыр а. – 4.12.2001, Мәскәү), инженер-нефтсе. Техник ф. д-ры (1984), проф. (1987). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин-тын  тамамлағандан һуң (1956) 1958 й. тиклем “Туймазанефть” нефть промыслаһы идаралығында эшләй, 1961 й. алып Украина нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин-тында (Киев), 1969 й. – “Гипротюменьнефтегаз” ин-ты директоры, 1975 й. – Себер нефть сәнәғәте ҒТИ-һы дир. (Төмән ҡ.). 1981 й. алып Мәскәүҙә: Бөтә Союз яғыулыҡ‑энергетика комплекстары проблемалары ҒТИ-нда фәнни эштәр б-са дир. урынбаҫары, 1986 й. – дир., 1995 й. башлап “ЛУКОЙЛ” нефть компанияһының фәнни-инженерлыҡ үҙәге ген. директоры. Фәнни эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү, РФ-тың яғыулыҡ-энергетика комплекстарын үҫтереү м-н бәйле. П. ҡатнашлығында ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу технологиялары табылған һәм камиллаштырылған, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн ҡатламдың бер төрлө булмауын иҫәпкә алып нефть сығарыу динамикаһын, газ-һауа ҡатышмаларын ҡатлам эсендә яндырыу процесын иҫәпләү методикалары һ.б. эшләнгән. 140-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы. СССР МС-ы пр. лауреаты (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), “Почёт Билдәһе” (1971) орд.  м-н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика