ПОСТНОВ Владимир Валентинович (14.6.1950, Өфө ҡ. — 18.5.2014, шунда уҡ), инженер-механик. Техник ф. д-ры (2006), проф. (2007). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй: 1980–82 йй. “Искра” махсус ғилми конструкторлыҡ-технология бюроһының лаб. мөдире, 1986–87 йй. бүлек мөдире, 2007 й. алып мехатрон станок системалары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡыҙҙырыуға сыҙамлы конструкция материалдарын ҡырҡыу процестарын оптимизациялауға арналған. П. тарафынан ауыр эшкәртелгән материалдарҙы ғәҙәти булмаған юл м-н ҡырҡыу ваҡытында ҡырҡҡыс инструменттың ашалыуы тикшерелгән; инструмент материалының рациональ маркаһын тиҙ һайлап алыу методикаһы, ҡырҡыу зонаһын электр ярҙамында һыуытыу технологияһы һәм ҡорамалдары, типлаштырылған һығылмалы етештереү системалары өсөн эшкәртеү режимдары һәм инструменттары б-са белешмә мәғлүмәттәр эшләнгән. Асыштары БР һәм РФ пр-тиеларында индерелгән. 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Метод и результаты оценки контактного взаимодействия применительно к процессам металлообрабоки. М., 2004 (авторҙ.); Резание материалов. Режущий инс трумент М., 2005 (авторҙ.).

Р.Р.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Яндекс.Метрика