ПОПОВ Василий Дмитриевич [28.12. 1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Пчельник а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 16.3.1997, Өфө], философ, социолог. Филос. ф. д‑ры (1981), проф. (1985). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1955). 1956 й. алып Өфөнөң 99‑сы урта мәктәбе дир., 1972— 94 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге мәғариф социологияһына, соц. педагогикаға арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 3‑сө дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән (1943).

Х е ҙ м.: Образование, личность, общество: Опыт социологического комплексного исследования. Саратов, 1979; Духовность — сущность человека. Уфа, 1995 (авторҙ.).

Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика