ПОПОВ Анатолий Николаевич (13.3. 1936, Калуга ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1985). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1996). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1960) СССР Газ сәнәғәте Баш идаралығының Союз геол. эҙләнеү контораһында (Ҡаҙағстан) эшләй. 1961 й. алып ӨДАТУ‑ла (1983–2002 йй. тау эштәре һәм ғәмәли механика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге быраулау проблемаларына арналған. П. ҡатнашлығында быраулаған ваҡытта тау тоҡомдарындағы һәм тоҡомдарҙы емереүсе инструменттарҙағы механик процестар тикшерелгән, күҙәүле тау тоҡомдарындағы скважиналарҙың стеналары ныҡлығын иҫәпләп сығарыу ысулдары табылған, шарошкалы бырауҙар камиллаштырылған. П. уйлап табыуҙары БР‑ҙа, РФ‑та һәм БДБ илдәрендә нефть һәм газ скважиналарын быраулағанда файҙаланыла. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәте пр. лауреаты (1999).

Х е ҙ м.: Механика горных пород. М., 1975 (авторҙ.); Разрушение горных пород при бу‑ рении скважин. М., 1994 (авторҙ.); Технология бурения нефтяных и газовых скважин М., 2007 (авторҙ.).

Ю.Г.Матвеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика