ПОНОМАРЁВ Олег Александрович (22.11.1936, Силәбе ҡ.), физик. Физика‑матем. ф. д-ры (1990), проф. (1993). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997). Томск ун-тын тамамлағандан һуң (1960) шунда уҡ эшләй. 1968 й. алып Өфөлә: Химия ин-тында лаб. мөдире, 1971 й. – СССР ФА БФ-та өлкән ғилми хеҙм-р, 1980 й. – Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин-тында лаб. мөдире. 1999 й. башлап РФА-ның Күҙәнәк биофизикаһы ин-тында (Пущино ҡ.) төп ғилми хеҙм-р, бер үк ваҡытта 2008 й. алып Мәскәү дизайн һәм технология ун-тында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре статистик физика, химик реакцияларҙың һәм катализ процестарының механизмдары моделдәрен әҙерләү м-н бәйле. П. тарафынан Н.Н.Боголюбов сылбырҙарын өҙөү алымдары, шыйыҡ хәлдәге һыуҙың структураһы һәм полимерлашыу процесында уның роле, һыулы эретмәләрҙәге һәм биол. системалағы химик реакцияларға көсһөҙ ҡырҙарҙың тәьҫир итеү механизмы тикшерелгән, локаль динамиканың күп есемдәрҙең статистик физикаһындағы өлөшөн иҫәпкә алыу, радикаль сополимеризация тиҙлегенең константалары м-н идара итеү ысулдары табылған, радикалдарҙың ҡушылыу һәм алмашыу тиҙлектәренең константалары реакцияның йылылыҡ эффектына бәйле булыуы асыҡланған, полиариленфталидтарҙың юғары үткәреүсәнлек хәленә күсеүенең моделе төҙөлгән һ.б. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Эффекты динамической связи в статистической физике. М., 1992 (авторҙ.); Избранные проблемы современной теоретической физики. Уфа, 1999; Механика и молекулярная физика. М., 2007 (авторҙ.).

Р.М.Сабитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика