ПОНОМАРЁВ Николай Георгиевич (21.3.1900, Өфө – 19.5.1942, Ковров ҡ.), оптик, астрономия инструменттары конструкторы. ЛДУ-ны тамамлаған. 1920 й. алып Ленинградта: Оптика һәм Астрономия ин-ттарында, 1934 й. – Оптика-механика з-дында КБ етәксеһе, бер үк ваҡытта Пулково обсерваторияһы хеҙм-ре. П. 30 сантиметрлы рефрактор; Пулково обсерваторияһында урынлаштырылған горизонталь ҡояш телескобын (Д.Д.Мәҡсүтов м-н берлектә); башня ҡояш телескобын уйлап сығарған; Абастуман астрофизика обсерваторияһы (Грузия) өсөн тәүге рефракторҙың  проектын эшләгән; телескоптарҙың еңеләйтелгән кәрәҙле көҙгөләрен яһау өсөн быяла шариктарҙы формалау ысулын уйлап сығарған. П. идеялары Зеленчук обсерваторияһында урынлаштырылған 6 м диам. азимут телескобы конструкцияһының нигеҙенә һалынған (Ҡарасәй-Черкес, 1976). Сталин пр. лауреаты (1941).

Әҙәб.:  Е р г и н  Ю.В. Уфимский физический институт (1919–1937). 2-е изд., доп. Уфа, 2006.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика