ПОНОМАРЁВ Александр Иосифович (2.3.1948, Һарытау ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д-ры (2000), проф. (2001). СССР Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2008). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй (1999 й. алып газ һәм газ конденсаты ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2004 й. алып “Газпром добыча Уренгой” ЯСЙ-нда ген. дир. советнигы. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү,  һыуландырылыусы газ һәм газ конденсаты скважиналарын эксплуатациялау проблемаларына арналған. Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген газ индереп арттырыуҙы техник-иҡт. яҡтан нигеҙләү һәм технологияһын индереү авторҙарының береһе. Асыштары Копанск, Озерки, Уренгой тәбиғи газ ятҡылыҡтарында индерелгән. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Разработка нефтегазоконденсатных залежей в низкопроницаемых коллекторах. Уфа, 1998; Повышение эффективности разработки залежей углеводородов в низкопроницаемых и слоисто-неоднородных коллекторах. Новосибирск, 2007.

Ю.Г.Матвеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика