ПОЛУЯНОВ Виктор Трофимович (13.11.1913, Царицын ҡ. – 26.10.1979, Өфө), инженер-технолог. Техник ф. д-ры (1976), проф. (1963). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Волгоград механика ин‑тын тамамлағандан һуң (1938) Урал турбомоторҙар з-дында эшләй, бер үк ваҡытта 1958–63 йй. – Урал политехник ин-тында (икеһе лә – Свердловск ҡ.). 1963 й. алып ӨАИ-ла: механика-технология ф-ты деканы, 1965–68 йй. – металл ҡырҡыу станоктары һәм автоматлаштырыу саралары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге машиналар эшләү технологияларына арналған. П. тарафынан производствоны механизациялау һәм автоматлаштырыу проблемалары тикшерелгән, технологик процестарҙы системалы-структур рәүештә анализлау һәм комплекслы камиллаштырыу ысулдары уйлап табылған, металл ҡырҡыу ҡорамалдарын һәм башҡа технологик йыһаздарҙы камиллаштырыу ысулдары тәҡдим ителгән. Асыштары дәүләт стандарттарын һәм методик материалдарҙы әҙерләгәндә файҙаланылған, БР-ҙың, РФ-тың машиналар эшләү пр‑тиеларында индерелгән. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Технологическая модернизация металлорежущих станков. М.; Свердловск, 1961; Структурные преобразования в технологии механосборочного производства. М., 1973.

С.Г.Селиванов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика