ПОЛИЦИЯ УРЯДНИКТАРЫ МӘКТӘБЕ, хоҡуҡ һаҡлау системаһының түбәнге чиндарын әҙерләгән башланғыс проф. уҡыу йорто. 1913 й. П.П.Башилов инициативаһы б‑са ул раҫлаған “Өфө ҡ. полиция һағы урядниктары мәктәбе тураһында положение”ға ярашлы Өфө полиция урядниктары мәктәбе булараҡ асыла. ЭЭМ ҡарамағында була. Ҡаҙна, Өфө губерна земствоһы иҫәбенә тотола. Мәктәпкә йылына 2 тапҡыр 25‑әр кеше ҡабул ителгән. Ыңғай рекомендацияһы, башланғыс белеме булған һәм урыҫ теленән (уҡыу һәм яҙма) имтиханды уңышлы тапшырған, һаулығы б‑са яраҡлы тип табылған бөтә ҡатлам ир‑егеттәре ҡабул ителгән. Уҡыу бушлай булған. Уҡыу курсы — 3 ай. Уҡыу һәм йоҡо бүлмәләре, ашханаһы булған. Уҡыу программаһына урыҫ теле, ҡануниәтте өйрәнеү, дөйөм полиция вазифалары т‑да положениелар, тәфтиш эше һ.б., строевой һәм атыу әҙерлеге ингән. Ғәмәли әҙерлек ваҡиға урынын ҡарау һәм тасуирлауҙы, шаһиттар табыу һәм уларҙан һорау алыуҙы, матди дәлилдәр йыйыуҙы, енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған кешенән һорау алыуҙы, енәйәтсене асыҡлауҙы, енәйәтсене табыуҙың ярҙамсы саралары (теркәлгән урыны, фотоһүрәте, телдән тасуирлау, полиция эттәрен файҙаланыу һ.б.) м‑н танышыуҙы һ.б. үҙ эсенә алған. Мәктәпте 200‑ҙән ашыу кеше тамамлаған (1917). Тамамлаусылар Өфө губернаһы өйәҙҙәренә йүнәлтелгән. Революциянан (1917) һуң ябылған. П.у.м. мөдире — штабс‑ротмистр П.В.Есипов.

С.Х.Хәкимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика