ПОЛИТОЛОГИЯ (гр. politiká — дәүләт йәки йәмәғәт эштәре һәм ...логия), сәйәсәт т‑дағы фән. П. бүлектәре: сәйәси тәғлимәттәр тарихы, сәйәсәт теорияһы, сәйәси системалар һәм уларҙың институттары, халыҡ‑ара мөнәсәбәттәр, дәүләт‑адм. эшмәкәрлек һәм ойоштороу ҡарарҙары, власть мөнәсәбәттәре һәм федераль (милли), төбәк кимәлендә идара итеү һ.б. Башҡортостанда П. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр БДУ (1989 й. нигеҙләнгән), ӨДНТУ (1990), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (1995), П. кафедраларында, ш. уҡ респ. башҡа юғары уҡыу йорттарының ижт. фәндәр каф. (Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының сәйәси системаһы, төбәк сәйәсәте һәм милли сәйәсәт, милләт‑ара мөнәсәбәттәр, йәмәғәтселек фекере, сәйәси мәҙәниәт һәм технологиялар үҫеше өйрәнелә; сәйәсәт методологияһы һәм теорияһы эшләнә) алып барыла. П. проблемаларына А.А.Вальков, Д.Ж.Вәлиев, Ю.Н.Дорожкин, И.Ғ.Илешев, З.И.Йәнекәев, Ю.Н.Никифоров, Ф.М.Раянов, Ф.Ғ. Сафин, В.К.Сәмиғуллин, Р.М.Төхвәтуллин, М.М.Үтәшев, Ф.С.Фәйзуллин, Р.Ә.Хәзиев, М.Ә.Әйүпов һ.б. хеҙмәттәре арналған.

Ю.Н.Никифоров

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика