“ПОЛИВЕСТ”, реклама‑мәғлүмәт агентлығы, ЯСЙ. 1993 й. ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. “Вестник экономики Республики Башкортостан” (“Башҡортостан республикаһының иҡтисад хәбәрҙәре”; 2002 й. алып) мәғлүмәт‑аналитик ж., Өфөнөң Киров һәм Октябрь р‑ндары хакимиәттәренең “Кировские вести” (“Киров хәбәрҙәре”; 2002 й. алып) һәм “Октябрьские вести” (“Октябрьский хәбәрҙәре”; 2007 й. алып) гәз., иҡт. төрлө тармаҡтарына арналған каталогтар сығара. 2008 й. 14 кеше эшләгән. Етәксеһе — В.В.Спицкий.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Яндекс.Метрика