АУЫР МЕТАЛДАР, аҡ ҡурғаш, баҡыр, висмут, кадмий, кобальт,ҡурғаш, никель, һөрмә, терегөмөш, цинктан торған төҫлө металдар төркөмө (тығыҙлыҡтары 4500 кг/ м3 ашыу). Баҡыр колчеданы мәғдәндәре составына инәләр. Кеше организмының тереклек итеүе өсөн мөһим (баҡыр, цинк һ.б.) һәм ағыулы (кадмий, ҡурғаш, терегөмөш һ.б.) А.м. айыралар. А.м. — ҡайтарыусылар, берләшмәләрҙә һәм эретмәләрҙә ыңғай зарядлы иондар (башлыса аквакатиондар) хасил итә. Аҡ ҡурғаш, һөрмә һ.б. формаль кире дәрәжәлә окисланыусы, ләкин ковалент бәйләнешле берләшмәләр барлыҡҡа килтерә. Күбеһе һауа кислороды, ҡайһы бер к‑талар м-н окисланыу реакцияһына инә. Башҡортостанда А.м. баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары мәғдәндәрендә осрай. Баҡыр, цинк, пирит концентраттарын Миндәк руднигы, Түбә руднигы етештергән, Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты сығара. А.м. саф килеш машиналар эшләү пр‑тиеларында, катализаторҙар составында нефть эшкәртеү һәм химия з‑дтарында, микроашламалар, пестицидтар составында а.х. ҡулланыла. А.м. икенсел ресурстары — “Башкируголь” ААЙ, “Минудобрения”, Белорет металлургия комбинаты, Ҡарман ДРЭС‑ы, Күмертау ТЭЦ‑ы ҡалдыҡтары. Ағыулы А.м. м-н тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы экологик мониторинг ярҙамында билдәләнә; төп сығанаҡтары — сеймал табыу һәм яғыулыҡәҙерләү сәнәғәте, ҡара металлургия, төҫлө металлургия пр‑тиеларының сәнәғәт ҡалдыҡтары, гальваника цехтарының (ҡара: Гальванотехника) ағынты һыуҙары, антропоген ташландыҡтар; ер аҫты һыуҙарында А.м. концентрацияһының артыуы тупраҡтың әсеүе м-н (ҡара: Геоэкология), һыу ятҡылыҡтарында кислоталы ямғырҙар м‑н бәйле. Тәбиғи объекттарҙа А.м. миҡдарын БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитик контроль идаралығы, “Ишембай” агрохимия хеҙмәте ст., Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институты, Экология үҙәге күҙәтә. БДАУ‑ҙа тупраҡта А.м. барлығын асыҡлау (Н.А.Середа), Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ м-н берлектә уларҙың тере организмдарҙа тупланыуы б-са тикшеренеүҙәр уҙғарыла (ҡара: Бысратыусыларҙың биоаккумуляцияһы). Химия ин-тында — модификацияланған, “Паллада” ғилми‑производство фирмаһы ЯСЙ‑нда (Салауат ҡ.) — органик (С.В.Алексеев, Ю.С.Дальнова, Б.С.Жирнов, А.А.Иващенко, С.В.Ковтуненко) А.м. сорбенттары (ҡара: Сорбция); Башҡ-н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда металһыҙлаштырыу процесы эшләнә. Дәүләт аналитик контроль идаралығында БДУ, Башҡ-н баҡыр-көкөрт комб-ты м-н берлектә — Башҡортостандың Урал аръяғындағы бәләкәй йылғаларҙың А.м. м-н бысраныу кимәле (Н.Н.Александрова, А.А.Колчина, Ф.Х.Ҡудашева, В.И.Сафарова, Т.П.Смирнова, А.П.Ступин, А.Ә.Фәүхетдинов, Г.Ф.Шәйдуллина); БР ФА‑ла Геология ин‑ты, Дәүләт аналитик контроль идаралығы, ӨДАТУ, БДУ м‑н берлектә — ағынты һыуҙарҙы А.м. таҙартыу өсөн карбонат һәм биогеохимик барьерҙарҙың тәьҫире (О.О.Исаева, Ковтуненко, Н.Н.Красногорская, Ә.Ғ.Мостафин, С.В.Пестриков, Т.А.Рогозина, Й.Т.Һөйөндөков, Шәйдуллина), ӨДНТУ-ла — углеводородтарҙа А.м. миҡдары (С.К.Мостафин), Органик химия ин‑тында — А.м. берләшмәләренең люминесценцияһы (В.П.Казаков), Биохимия һәм генетика ин‑тында А.м. тәьҫиренә сыҙамлы трансгенлы үҫемлектәр алыу (А.В.Чемерис) өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Гидрометаллургия, Пирометаллургия.

Ю.И.Муринов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева