ПОКРОВКА, бронза быуаты — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡылар төркөмө. Ырымбур өлк. Соль-Илецк р‑ны Покровка а. янында Илек й. (Урал й. ҡушылдығы) һул ярында урынлашҡан. 1911 й. И.А.Кастанье, 1991 й. Н.Л.Моргунова һәм Т.Н.Трунаева, 1992—2002 й. Л.Т.Яблонский тарафынан өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. Савромат мәҙәниәте ҡәберҙәрендә мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында йәки йөҙләнгән соҡорҙарҙа баштары м‑н башлыса көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Жрица ҡәбере айырылып тора, унда алтын ҡыңғырау һәм йәнлек стилендә ҡаплан рәүешендә эшләнгән айылдар м‑н биҙәлгән уникаль баш кейеме, таш ҡорбанлыҡ, бронза көҙгө табылған. Иртә Сармат (Прохоровка) мәҙәниәтендә (ҡара: Сармат мәҙәниәте) мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында йәки йөҙләнгән соҡорҙарҙа баштары м‑н күп осраҡта көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән; катакомбалар осрай; б.э.т. 5 б. аҙ. — 4 б. башына ҡараған дромослы ҡәбер соҡоронда коллектив ерләү (12 ир, ҡатын-ҡыҙ һәм бала һөлдәһе) асыҡланған. Ҡәберҙәрҙә ҡорбан ителгән хайуан һөйәктәре һәм тимер бысаҡтар, ирҙәр ҡәберендә ҡорал (тимер ҡылыс һәм бронза уҡ башаҡтары), ҡатын-ҡыҙҙыҡында — биҙәүестәр (быяла, ҡара гәрәбәнән эшләнгән муйынсаҡтар, бронза һәм алтын йөҙөктәр, ишеп эшләнгән бронза, ҡайһы ваҡыт алтын ҡалайға төрөлгән һырғалар), бронза көҙгөләр табылған. П.X ҡәберлегендәге 80‑дән ашыу ҡурған һуң Сармат мәҙәниәтенә ҡарай. Мәйеттәр баштары м‑н төньяҡҡа ҡаратып, тар ҡәбер соҡорҙарында йәки йөҙләнгән соҡорҙарҙа көнбайыш стена буйында ерләнгән. Керамика әүәләп эшләнгән көршәктәрҙән тора, Урта Азия һауыттары осрай. Ҡомарты материалдары Ырымбур тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.

Л.Т.Яблонский

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Яндекс.Метрика