ПОЗДЯЕВА Светлана Михайловна (22.2.1955, Өфө), философ, педагог. Филос. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) ӨНИ эргәһендәге зона уҡытыу‑методика кабинеты методисы. 1980 й. алып ӨАИ эргәһендәге социол. лаб. эшләй; 1984 й. — БДУ‑ла: 2000 й. башлап филос. каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 2006 —13 йй. — онтология һәм танып белеү теорияһы каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы. Фәнни эшмәкәрлеге йәмғиәттең социомәҙәни структураһын, Рәсәйҙә модернизациялау процестарын, мәғариф философияһын, соц. антропологияны өйрәнеүгә арналған. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. уҡыу әсбаптары, авторы.

Х е ҙ м.: Региональные проблемы социальной мобильности. М., 1991; Социальная утопия: тип сознания, идеал и эксперимент. Уфа, 1997 (авторҙ.); Российское общество в условиях модернизации (социально‑философский анализ). Уфа, 1998.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.