“ПОДРОСТ”, гәзит. Ойоштороусыһы — Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡ‑н респ. ойошмаһы. БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының финанс ярҙамы м‑н нәшер ителә. 2004—08 йй. Өфөлә 2 айға 1 тапҡыр урыҫ (материалдың бер өлөшө башҡ. телендә) телендә сыға. 2005 й. сент. — 2006 й. ғин. нәшер ителмәй. Тиражы — 1 мең дана (2008). Гәзиттә экология һәм экологик белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләре б‑са мәҡәләләр, балалар һәм үҫмерҙәрҙең ижади хеҙмәте, дәрес һәм кластан тыш саралар сценарийҙары һ.б. баҫыла. Рубрикалары: “Хайуандарҙы ҡурсалағыҙ!”, “Тыуған яҡты өйрәнәбеҙ”, “Ата‑әсәләр иғтибарына”, “Экобелем”, “Ҡыҙыл китап васыяттары” һ.б.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Яндекс.Метрика