“ПОБЕДА” (“Еңеү”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Бөрө ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1920 й. июненән алып урыҫ телендә “Бирская правда” (“Бөрө хәҡиҡәте”), 1925 й. — “Кооперативный план” (“Кооператив план”), 1930 й. — “За Ленинский план” (“Ленин планы өсөн”), 1931 й. — “За большевистcкие темпы” (“Большевистик темп өсөн”), 1953 й. — “За коммунизм” (“Коммунизм өсөн”), 1962 й. — “П.” урыҫ, мари һәм татар (ике баҫма ла — 1965 й. тиклем) телдәрендә нәшер ителә. 2007—16 йй. ай һайын башҡ. телендә “Бөрө шишмәләре” ҡушымтаһын сығара.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Яндекс.Метрика