ПЛАНКТОН ХРИЗАМЁБАҺЫ (Chrisamoeba planctоnica), бер күҙәнәкле алтынһыу ылымыҡтар төрө. Диам. 4—5 мкм булған яңғыҙ күҙәнәкле, бүленгән ваҡытта диам. 70 мкм тиклем шар йәки эллипс һымаҡ лайлалы өйкөмгә туплана. Ризоподиялары йомшаҡ, ябай, һирәк осраҡта тармаҡлы. Хроматофоры ялғаш рәүешле, күҙәнәк көбө янында урынлашҡан, пульсациялаусы вакуоле бар. Һыуыҡ яратыусы төр. Иртә яҙ көнө, көҙ һуңында, ш. уҡ ҡыш боҙ аҫтындағы йылға һәм таҙа аҡмаған һыу ятҡылыҡтарының планктонында осрай. Башҡортостанда Ҡандракүлдә (Туймазы р‑ны) табылған. Һирәк төр.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика