ПЛАНЕТАРИЙ, Ө ф ө ҡ а л а п л а н е т а р и й ы, фәнни‑ағартыу учреждениеһы, унда ярымсферик экранда (көмбәҙҙә) оптик‑механик проекторҙар һәм цифрлы технологиялар ярҙамында күк йөҙөнөң һәм йыһан объекттарының һүрәте төшөрөлә, Ер һәм Ғаләм т‑да лекциялар, аудиовизуаль программалар үткәрелә. П. 1964 й. Өфөләге Ғафури М. исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы эргәһендә асыла, 1976 й. алып үҙ аллы учреждение, уның составына “Юность” уҡыу обсерваторияһы инә. База проекторы булып УП‑4 аппараты хеҙмәт итә, 1995 й. “Карл Цейс” фирмаһының (Германия) ZKP‑3 Skymaster проекторы ҡуйылған. Төп (көмбәҙле) зал 85 кешене һыйҙыра. Көмбәҙ нигеҙенең диам. 8 м. П. йыл һайын 50 меңгә яҡын тамашасы була (2008), уларҙың 80% тирәһен балалар һәм йәштәр тәшкил итә. П. ш. уҡ күргәҙмәләр, балалар ижады конкурстары, олимпиадалар, тамашасылар өсөн телескоп аша йыһан объекттарын һәм күренештәрен күҙәтеү һ.б. ойошторола. 1988—2004 йй. П. эргәһендә мәктәп уҡыусылары өсөн астрономик түңәрәктәр эшләгән. Дир.: З.Б.Бахарева (1964 й. алып), И.И. Семиволос (1974 й. алып), А.П.Денисов (1978 й. алып).

А.П.Денисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика