ПЛАЗМИДТАР, бактерияларҙың хромосомаға инмәгән генетик структуралары, улар бактериаль хромосоманан башҡа ирекле рәүештә тереклек итеүгә йәки уға интеграцияланыуға һәләтле. Мол. м. 106—108Д (1500— 400000 пар нуклеотид) булған ике епле ДНК‑ның түңәрәк молекулаһы булып тора. П. күҙәнәкле органоидтарҙың (митохондриялар, пластидтар) генетик аппараты һәм күҙәнәктәргә йәшәү өсөн мөһим булмаған тоташыу төркөмдәре индерелә. П. мол. м. ни тиклем ҙурыраҡ булһа, уларҙың гендар йыйылмаһы шул тиклем күп ҡиәфәтле, ҡатмарлы һәм уларҙың функциялары күп төрлө була. Үҙ аллы күсеүҙе йәки күсеү өсөн мобилизацияны контролдә тотҡан үҙ аллы репликацияланыу гендары бар; улар П. башҡа функцияларын билдәләй. П. ДНК‑һында бактерияның антибиотиктарға, ауыр металдарға, төрлө дарыу препараттарына бирешмәү, патогенлыҡ факторҙарына, өҫтәлмә метаболик әүҙемлеккә эйә булыу, төрлө органик һәм органик булмаған токсиканттарҙы юҡҡа сығарыу (мәҫ., бактериялар араһында конъюгация мөмкинлеге — F‑плазмиданың, дарыу матдәләргә ҡаршы тороусанлыҡ R‑плазмиданың булыуы м‑н билдәләнә һ.б.) мөмкинлеген биргән участкалары бар. Башҡортостанда хлорорганик ароматик һ.б. берләшмәләрҙең биодеградацияһы П. өйрәнеү Биология институтында (Р.Н.Чураев, Т.В.Маркушева), ген инженерияһында, трансген үҫемлектәр алыу өсөн ҡулланылған бинар, экспрессияланыусы векторҙар һ.б. — Биохимия һәм генетика институтында (В.А. Вәхитов, А.В.Чемерис һ.б.), конъюгатив, ш. уҡ антибиотиктарға бирешмәүсәнлек һәм патогенлыҡ факторҙарына эйә булғандары — Медицина университетында (З.Ғ.Ғәбиҙуллин) алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Ген инженерияһы.

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика