АУЫР АТЛЕТИКА, спорт төрө, ауырлыҡ (штанга, гер) күтәреү б‑са ярыштар. Һөҙөмтәһе икебәйге (ырғым һәм күтәреү) суммаһы б‑са билдәләнә. Башҡортостанда А.а. 20 б. 20‑се йй. уртаһынан үҫешә. 1947 й. Өфөнөң йәштәр спорт мәктәбе (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе) эргәһендә А.а. бүлеге асыла. 50‑се йй. башында — “Локомотив”, “Спартак” ДСО‑ларында һәм “Рассвет” физик культура коллективында (Күмертау ҡ.), 1961 й. — “Батыр”, 80‑се йй. уртаһында “Каучук” (Стәрлетамаҡ ҡ.), “Нефтсе” (Өфө) спорт клубтары эргәһендә секциялар эшләй башлай. Өфөлә үҫмер спортсылар араһында РСФСР беренселеге (1990), Рәсәй Кубогы (1995) һәм Рәсәй чемпионаты (2004) үткәрелә, 1985 й. алып — Бөтә Рәсәй “Башҡортостан Кубогы” турниры. БР‑ҙың ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы — Рәсәй чемп. һәм Рәсәй Кубоктарын яулаусы (1992—2004), ирҙәр командаһы — Рәсәй чемп. (2004). Респ. А.а. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастерҙары — Р.Р.Ғафаров, В.А.Чикишев (икеһе лә — 1956). Халыҡ-ара ярыштарҙа юғары ҡаҙаныштарға В.М.Агибалов, И.П.Алексеев, Г.Л.Аферин, Р.З.Ғайсин, А.З. Ғаффарова, Е.И.Гирко, В.В.Дурнев, С.И.Елисеев, Д.В.Клоков, Р.С.Мәүлитова, Л.З.Мусаҡаева, О.К.Обрезкова, А.Г.Скрипкин, Т.А.Тезикова, Э.А.Тюкин, Э.Р.Фәйзуллина, С.Ә.Хәбирова, Р.Л.Ханов һ.б. өлгәшә.Респ. ДЮСШ‑тарҙа һәм СДЮШОР‑ҙарҙа 8 А.а. бүлеге, ш. уҡ вуздарҙа һәм спорт клубтарында 6 секцияһы бар, унда 300‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2008). 1997 й. алып БР А.а. федерацияһы эшләй. А.а. м‑н В.Г.Вагин, П.С.Горулёв, Б.М.Мосиевич, П.И.Никитин, В.Н.Самородов, С.С.Черепенькин  һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Л.Н.Вагина, А.Ф.Яруллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина