ПЛАЗМА ф и з и к а  һ ә м  х и м и я л а, матдәнең дүртенсе хәле, ыңғай һәм кире зарядтарҙың тығыҙлығы ғәмәлдә бер тигеҙ булған өлөшләтә йәки тулыһынса ионлашҡан газ. П. магнитлы гидродинамика генераторҙарында, газ разрядлы яҡтылыҡ сығанаҡтарында, лазерҙарҙа, плазмалы технологияларҙа (материалдарҙы эшкәртеү, өрҙөрөү, ашатыу, наноуглеродлы материалдар алыу һ.б.), идара ителгән термоядролы синтез өлкәһендә ҡулланыла. Башҡортостанда П. өлкәһендә тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлана. ӨДАТУ‑ла машина деталдәренә ҡаплауҙар ҡуйыуҙың вакуумлы ионлы‑плазмалы технологиялары уйлап сығарылған (В.В.Будилов, В.С.Мухин һ.б.), түбән т‑ралы П. оптик пирометрияһы өсөн спектраль өлкәләр билдәләнгән (А.Х.Шарфштейн). Органик химия ин‑тында (И.И.Фурлей), Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (В.А. Мазунов, В.И.Хвостенко, О.Г. Хвостенко) атом һәм молекула иондарының үҙсәнлектәре һәм П. уларҙың барлыҡҡа килеүе тикшерелә, астрофизика объекттарының оптик яҡтан ҡалын һәм тулыһынса ионлашҡан, релятив булмаған П. нурланышы теорияһы төҙөлгән (Е.С.Шиховцева). 90‑сы йй. алып БДУ‑ла (М.Х.Харрасов, Р.З.Шәйхетдинов) түбән т‑ралы П. тикшерелә, П. газдарҙың бинар ҡатышмаһы компоненттарының бүленеү дәрәжәһе м‑н идара итеү ысулы уйлап табылған, туҙанлы П. кристаллик структураларҙың барлыҡҡа килеү теорияһы төҙөлгән. ӨМЭПБ‑ла түбән т‑ралы П. ионлы азотлау технологияһында (быҫҡыусы разрядта эшкәртеү), ӨМЭПБ‑ла, “Гидравлика” пр‑тиеһында һ.б.— вакуумлы ионлы‑плазмалы өрҙөрөү технологияларында (вакуумлы‑дуғалы разрядтар) файҙаланыла. Шулай уҡ ҡара: Вакуум ҡулайламаһы, Металдарҙы юғары энергия менән эшкәртеү.

О.А.Скалдин, Р.З.Шәйхетдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

Яндекс.Метрика