ПИРОМЕТАЛЛУРГИЯ (гр. pýr — ут һәм металлургия), юғары т‑раларҙа металдар (иретмәләр) алыу һәм уларҙы таҙартыу процестары йыйылмаһы. П. — металлургияның төп һәм иң боронғо өлкәһе. П. эсендә үртәү (состав үҙгәрә, өлөшсәләрҙең үлсәме ҙурая), иретеү (эшкәртеп алына торған металл — металл фазаһына, ҡушылмалар — шлакка йәки штейнға күсә), конверсиялау, иретеүҙең бер төрө (иретелгән материалдарҙың газдары м‑н өрҙөрөү), рафинирлау (таҙартыу өсөн ирегән хәлдәге ҡарайтылған металдарҙың присадкалары м‑н эшкәртеү), дистилляция (тергеҙелә торған металды пар хәленә күсергәндән һуң ҡуйыртыу) айырыла. П. металлургия мейестәрендә (домна, конвертер, шахта, реторта мейестәре һ.б.) башҡарыла. П. м‑н тимер концентраттарын, аҡ ҡурғаш, алтын, баҡыр, ҡорос, ҡурғаш, никель, суйын, титан, цинк һ.б. алалар. БР‑ҙа П. Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинатында баҡыр, Белорет металлургия комбинатында — ҡорос етештергәндә ҡулланыла.

Р.Ғ.Зарипова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика