ПИРОГОВ Леонид Степанович (24.3.1882, Вятка губ. Пирогов а. — 19.8.1972, Өфө), физиолог, биохимик. Биол. ф. д‑ры (1937), проф. (1941). Ҡазан ветеринария ин‑тын тамамлағандан һуң (1908) шунда уҡ эшләй. 1917 й. алып Новочеркасск ветеринария ин‑тында: хайуандар физиол. каф. мөдире, 1921 й. башлап проректор, ректор. 1922 й. — Эксперименталь ветеринария ин‑тында уҡыта, 1928 й. — Күн аяҡ кейемдәре сәнәғәтенең үҙәк ҒТИ‑нда лаб. мөдире (икеһе лә — Мәскәү), бер үк ваҡытта Иваново‑Вознесенск а.х. ин‑тының хайуандар физиол. каф. мөдире, 1930 й. алып Бөтә Рәсәй малсылыҡ ҒТИ‑нда бүлек мөдире (Мәскәү); 1932 й. — Себер малсылыҡ ин‑тында лаб. мөдире (Новосибирск ҡ.). 1934—57 йй. БАХИ‑ла: малдар физиол. каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1935—37 йй. зоотехния ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге эш процесында аттың физиол. үҙенсәлектәрен, мал аҙыҡтарындағы аҡһым матдәләренең биол. ҡиммәтен өйрәнеүгә арналған. Түләмә м‑н ауырыған малдан алынған күн сеймалын дезинфекциялау ысулын эшләү м‑н шөғөлләнә. П. тарафынан эритроциттарҙың мед. ҡулланылған ултырыу реакцияһы күрһәтмәләрен анализлау ысулы тәҡдим ителә. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Метод выявления действительной (истинной) скорости оседания эритроцитов крови человека //Клиническая медицина.1952. №5.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика