ПИНЧУК Сергей Иванович (28.4.1948, Свердловск ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д-ры (1980), проф. (1982). МДУ-ны тамамлаған (1971).  1974 й. алып Силәбе политехник ин-тында эшләй. 1982 й. башлап БДУ-ла юғары алгебра һәм геом. каф. мөдире. 1994 й. – Көньяҡ Урал ун-тында (Силәбе ҡ.), бер үк ваҡытта Индиана штаты ун-тында (АҠШ, Блумингтон ҡ.) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге күп үҙгәреүсәнле функциялар теорияһын үҫтереүгә арналған. П. тарафынан күп төрлөлөктәр өсөн “шына осо” т-дағы теорема иҫбатланған, ысын үҙгәреүсәндәр өсөн классик якобиан проблемаһы  хәл ителгән, күп үлсәмле комплекслы анализда Леви-Пинчук симметрияһы принцибы булараҡ билдәле ысулдар һәм  һуҙыу ысулы уйлап сығарылған. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Ш.И.Цыганов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика