ПИНКЕВИЧ Альберт Петрович [24.12.1883, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Орондо а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 25.12.1937], педагог, халыҡ мәғарифы эшмәкәре. Пед. ф. д‑ры (1935), проф. (1918).Өфө ир балалар гимназияһын (1902), Ҡазан ун‑тын (1909) тамамлаған. 1909 й. алып Һарытау губ. Вольск ҡ. уҡытыусылар семинарияһында һәм кадет корпусында, 1914 й. — Петроградта Тенишев уч‑щеһында, земство уҡытыусылар мәктәбендә һәм Фребель йәмғиәте эргәһендәге пед. курстарҙа уҡыта. 1918 й. башлап 3‑сө Петроград пед. ин‑ты, 1920—21 йй. Урал ун‑ты (Екатеринбург ҡ.), 1924—30 йй. 2‑се МДУ ректоры. 1931 й. алып Юғары комунистик мәғариф ин‑тында (Мәскәү) эшләй, 1936—37 йй. В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑тының пед. каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре педагогика, дидактика, политехник һәм педагогик белем биреү проблемаларына һ.б. арналған. М.Горький, Н.К.Крупская, Г.М.Кржижановский, А.В. Луначарский м‑н хеҙмәттәшлек иткән. РСФСР‑ҙың берҙәм хеҙмәт мәктәбе т‑дағы положениены әҙерләүҙә (1918), вуздарҙы ойоштороуҙа һ.б. ҡатнаша. 330‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. тәбиғәтте өйрәнеү, пед. теорияһы һәм тарихы б‑са дәреслектәр һәм уҡытыу‑методик әсбаптар, авторы. Адам Бельский псевдонимы аҫтында хикәйәләр һәм ғилми‑популяр очерктар баҫтыра. Дәүләт ғилми советы (1923— 32), СССР ҮБК эргәһендәге Бөтә Союз юғары техник белем биреү ком‑ты президиумы (1932—37) ағзаһы. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана. Өфөлә П. исеме Милли поляк йәкшәмбе мәктәбенә бирелгән (1999).

Х е ҙ м.: Методика начального курса естествознания. 4‑е изд. М., 1922; Основные проблемы современной школы. Петроград, 1924; Основы советской педагогики. М.; Л., 1929.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика