“ПИЛОТ”. 1992 й. Өфөлә ӨДАТУ базаһында “П.” ғилми‑производство пр‑тиеһы булараҡ асыла, 1999 й. алып “Пилот” техник системаларҙың ғилми‑тикшеренеү ин‑ты ЯСЙ‑ы. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: геонавигация, телеметрия, сымлы һәм сымһыҙ элемтә каналдары булған төрлө мөхиттә хәрәкәтләнгән объекттарға идара итеүҙе автоматлаштырыу өлкәһендә ғилми‑тикшеренеү һәм тәжрибә‑конструкторлыҡ эштәре башҡарыу; нефтегаз сәнәғәте өсөн химик реагенттар, скважиналар быраулау процесын контролдә тотоу өсөн мәғлүмәти үлсәү системаһы эшләү һ.б. Институт составына 9 бүлек, инновация үҙәге инә. 25 ғилми хеҙм‑р араһында 3 фән д‑ры һәм 10 фән канд. (2008). Институт ғалимдары тарафынан гидравлик элемтә каналы булған скважиналар траекторияһын контролдә тотоу өсөн телеметрик системалар, йөҙөү райондары сикләнмәгән суднолар өсөн навигация системалары һ.б. эшләнгән һәм етештереүгә индерелгән. Уйлап табыуҙарға 20‑нән ашыу авторлыҡ таныҡлығы һәм патент алынған (2008). РФА, Ҡытай һ.б. ғилми-тикшеренеү ин‑ттары һәм үҙәктәре м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир. – Р.И.Әлимбәков (1992 й. алып).

Р.И.Әлимбәков

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика