ПИДОПЛИЧКО Николай Макарович (21.3.1904, Подольск губ. Казацкое а. – 27.3.1975, Киев), миколог. Украина ССР-ы ФА-ның мөхбир ағзаһы. (1957). Фәнни хеҙмәттәре ҡыяҡлы иген бөртөктәренең, ҡоро мал аҙыҡтарының микрофлораһы, бәшмәктәрҙең систематикаһы, флораһы, экологияһыһәм физиол. әүҙемлеге проблемаларына арналған. Микотоксикоздарҙы, антибиотиктарҙы өйрәнгән. Украина ССР-ы ФА-ның Өфөгә эвакуацияланыуы осоронда (1942–43) Зообиология ин-тында эшләй. П. ҡатнашлығында культуралы ҡыяҡлыларҙың орлоҡтарында һәм ҡоро мал аҙыҡтарында үҫешкән бәшмәктәрҙең септик ангина һәм Уралдағы а.х. малдарының ауырыуҙары этимологияһындағы ролен билдәләү б-са тикшеренеүҙәр үткәрелгән. П. тарафынан тәүге тапҡыр бәшмәктәрҙең бер нисә яңы таксоны тасуирланған, игенде таҙартыу һәм уның ашарға яраҡлы булыуы б-са тәҡдимдәр эшләнгән. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1952).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика