ПЕТРОВ‑ТУРИНГЕ Пётр Андреевич (6.6.1887, Сембер ҡ. — 1943), этнограф, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Священник ғаиләһенән. Дини семинария тамамлаған (1908), Ҡазан ветеринария ин‑тында уҡыған (1910—12). 1908— 10 йй. Уральск ҡ. 4 класлы уч‑щела уҡыта. 1912 й. алып Оло Ҡуғанаҡ а. земство китапханаһы мөдире, 1918 й. — Терәпә мәктәбе (икеһе лә — Стәрлетамаҡ өйәҙе) уҡытыусыһы, 1926 й. — Урал буйы сыуаш пед. техникумының (Өфө) уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1933—35 йй. Кемерово ҡ. пед. техникумы уҡытыусыһы. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан сыуаштарының тарихын, этнографияһын һәм фольклорын өйрәнеүгә арналған. 1929 й. Бәләбәй кантоны сыуаштарының мәҙәниәтен, хужалығын һәм көнкүрешен өйрәнеү б‑са экспедиция ойошторған. 1927—30 йй. Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең Сыуаш бүлексәһе рәйесе. 1938 й. репрессиялана.

Х е ҙ м.: Приметы на погоду и урожай среди чуваш с.Тряпино Миркитлинской волости Стерлитамакского кантона АБССР //Башкирский краеведческий сборник. Уфа, 1927. №2.

И.Г.Петров

Тәрж. М.В.Хәкимова

Яндекс.Метрика