ПЕРСПЕКТИВАЛЫ МАТЕРИАЛДАР ФИЗИКАҺЫ ИНСТИТУТЫ, ӨДАТУ‑ның структур подразделениеһы. Перспективалы материалдар физикаһы ғилми‑тикшеренеү ин‑ты 1995 й. Өфөлә ӨДАТУ эргәһендәге “Тантал” махсуслаштырылған конструкторлыҡ‑технология бюроһының проблемалар лаб. һәм ғилми‑тикшеренеү бүлеге базаһында ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: интенсив пластик деформациялар механикаһы һәм физикаһы, күләмле наноструктур материалдарҙы авиацияла, машиналар эшләүҙә, медицинала һәм металлургияла ғәмәли файҙаланыу технологияларын индереү өлкәләрендә тикшеренеүҙәр; юғары һәм үтә юғары баҫым аҫтында күләмле өлгөләрҙең һәм әҙерләмәләрҙең наноструктуралары формалашыуының, ортопедия һәм стоматология өсөн биологик яҡтан үҙ‑ара ярашыусан медицина имплантанттарының ғилми принциптарын эшләү һ.б. Институт составына 4 бүлек, 4 лаб., деформация нанотехнологиялары ғилми‑уҡыу комплексы (ӨДАТУ‑ның нанотехнологиялар каф. базаһында), 6 ғилми‑производство участкаһы инә. 26 ғилми хеҙм‑р араһында БР ФА‑ның 1 мөхбир ағзаһы, 3 фән д‑ры һәм 12 фән канд. (2010). Институт ғалимдары тарафынан нанобөртөксәләрҙе интенсив пластик деформациялау, эшкәртеү, сиктәренең структураларын формалаштырыу ваҡытында структура һәм фаза әүерелештәре күренештәре тикшерелгән, наноструктуралы хәлдең төрҙәре классификацияланған һәм металл материалдарҙа наноструктуралы хәлдәрҙе булдырыуҙың технологик ысулдарын ҡулайлаштырыу теоретик яҡтан нигеҙләнгән, интенсив пластик деформация ваҡытында барлыҡҡа килгән яңы структур формалар һәм фазалар асыҡланған, интерметалл берләшмәләрҙәге аморфлашыу һәм тәртип юғалыу күренештәре асылған һәм форманы хәтерләү эффектына эйә булған наноструктур иретмәләр алыу өсөн файҙаланылған, күләмле наноструктуралы металл материалдар алыу, конструкция материалдарының ныҡлығын арттырыу һәм уларҙың сифат билдәләрен яҡшыртыу ысулдары эшләнгән, интенсив пластик деформация технологик параметрҙар һәм матдәнең физик факторҙары үҙгәреү шарттарында барғанда наноструктураларҙың төрлө типтары барлыҡҡа килеү теорияһы эшләнгән һ.б. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. 5 монография, нәшер ителгән, уйлап табыуҙарға 40‑тан ашыу патент бирелгән. БР, РФ, Австрия, АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Ҡытай, Украина, Франция һ.б. ғилми‑тикшеренеү ин‑ттары һәм үҙәктәре, вуздары һәм ин‑ттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир. — Р.З.Вәлиев (1995 й. алып).

Р.З.Вәлиев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика