ПЕРМЬ ТАТАР‑БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1929 й. Урал пед. техникумының (Свердловск ҡ.) филиалы булараҡ асыла. 1940 й. алып Молотов татар‑башҡ. пед. техникумы, 1942 й. Молотов өлк. Ҡуян а. күсерелә. БАССР Мәғариф ХК ҡарамағында булған. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре б‑са алып барылған. Китапханаһы, тамаша залы, ятағы була. 800‑ҙән ашыу белгес әҙерләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында техникум бинаһында госпиталь урынлаша. 1956 й. башлап Уҫы пед. уч‑щеһының (Пермь крайы) татар бүлеге.

Ә.С.Мәүлекәева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика