ПЕРЕЛЫГИН Игорь Сергеевич (1.4. 1937, Чистополь ҡ. — 24.2.2002, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. канд. (1963), химия ф. д‑ры (1974), проф. (1976). РСФСР‑ҙың (1987), БАССР‑ҙың (1977) атҡ. фән эшмәкәре. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1959) шунда уҡ уҡыта. 1965—2001 йй. ӨДАТУ‑ның дөйөм физика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге молекуляр спектроскопия проблемаларына арналған. П. тарафынан молекуляр объекттарҙың төҙөлөшөн һәм тирбәлеү спектрҙарын өйрәнеү ысулдары уйлап сығарылған, ион‑ һәм молекулалар араһындағы, ион‑ара йоғонто яһашыуҙар һәм уларҙың конденсирланған мөхиттәрҙәге өлөшсәләрҙең динамикаһына тәьҫире тикшерелгән. Тикшеренеү һөҙөмтәләре осоу аппараттарының гидравлик системалары өсөн политетрафторэтилен үткәргес торбалар етештереү технологияларын эшләгәндә, химик ток сығанаҡтары өсөн электролиттарҙы һайлағанда файҙа‑ ланыла. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1982).

Х е ҙ м.: Ионнная сольватация. М., 1987 (авторҙ.); Экспериментальные методы химии растворов: Спектроскопия и калориметрия. М., 1995 (авторҙ.).

М.А.Климчук

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

   

Яндекс.Метрика