ПЕРЕГУДОВ Анатолий Григорьевич (11.1.1943, Украина ССР‑ы Подостапы а. — 10.3.1998, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. канд. (1981), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. юрисы (1993). БДУ‑ны (1972), СССР ЭЭМ‑ы акад. (Мәскәү, 1978) тамамлаған. 1966 й. алып Әтлән бәлиғ булмаған‑ дар өсөн хеҙмәт колонияһында (Силәбе өлк.), 1971 й. — Үзбәк ССР‑ы ЭЭМ‑ының 27‑се Холоҡ төҙәтеү‑хеҙмәт колонияһында эшләй, 1981 й. — СССР ЭЭМ‑ы акад. уҡыта, партия ойошмаһы секретары урынбаҫары, 1988 й. — ӨЮИ‑ның уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са нач. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре енәйәт‑холоҡ төҙәтеү хоҡуғы һәм иректән мәхрүм итеү рәүешендә яза биргән органдар м‑н идара итеү проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Вхождение в должность начальника исправительно‑трудового учреждения. Уфа, 1989; Управление процессом воспитания осуждённых в исправительно‑трудовых колониях. Уфа, 1990; Режимные и социально‑педагогические основы управления процессом исправления осуждённых в исправительных колониях. Уфа, 1998.

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика