ПЕНИЦИЛЛ, к ү к ү ң ә ҙ (Penicillium), аскомицеттар класына ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө үҫә. Мицелийы төҫһөҙ, күп күҙәнәкле, тармаҡлы. Башлыса енесһеҙ юл — асыҡ төҫтәге бер күҙәнәкле конидиялар м‑н үрсей. Өҫкө өлөшөндә конидия туплағыстары суҡ рәүешендә тармаҡланған, яңғыҙ йәки коремияға (тығыҙ шәлкем) йыйылған. Ҡайһы бер төрҙәренә муҡсалы (енси) спора бүлеү хас. Сапротрофтар һәм паразиттар. Тупраҡта, үҫемлек, хайуан, синтетик сығышлы субстраттарҙа һәм тере организмдарҙа үҫә. Аҙыҡ‑түлектең боҙолоуына килтерә, үҫемлек һәм хайуан туҡымаларының тарҡалыуында ҡатнаша. Антибиотиктарҙың, ферменттарҙың һәм органик к‑таларҙың продуценты. Ҡайһы бер төрҙәре (P. chrysogenum, P. notatum) пенициллин алыу өсөн, сыр яһауҙа (P. camemberti һәм P. roqueforti) ҡулланыла. P. corymbiferum, P. gladioli кеүек паразит төрҙәре сәскәселеккә зыян килтерә. P. purpurogenum отомикоздар, уның споралары кешенең аллергик ауырыуҙарына (астма, поллиноз) килтерә (ҡара: Үңәҙ бәшмәктәре).

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Яндекс.Метрика