ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ. 1967 й. Өфөлә Башҡ. дәүләт пед. ин‑ты булараҡ асыла, 2000 й. алып хәҙ. статусын йөрөтә, 2006 й. — М.Аҡмулла ис. Башҡ. дәүләт пед. ун‑ты. Университет составына 9 ф‑т (башҡ. филол., тәбиғи‑геогр., сит телдәр, психология, соц.‑гуманитар, физика‑матем., физик культура, филол., художество‑графика); Педагогика (2001 й. асылған), Проф. белем биреү һәм мәғлүмәт технологиялары (2005), Квалификация күтәреү һәм проф. йәһәттән яңынан әҙерләү (2006), Тарих һәм хоҡуҡ белеме (2007) ин‑ттары, БДПУ колледжы, Рәсәй мәғариф акад. Башҡ‑н дәүләт ғилми белем биреү үҙәге, БР ФА м‑н берлектә БР‑ҙа белем биреү системаһының аналитик‑прогнозлы үҫеше, химик белем биреү, “Физика”, молекуляр‑генетик тикшеренеүҙәр, мәғлүмәт технологиялары, мәҙәниәт (һынлы сәнғәт галереяһы м‑н), БР дәүләт телдәрен өйрәнеү б‑са лингвометодик, М.Монтессори, психологик консультация биреү, Е.Поспелова ис. “Перспектива” вожатыйҙар әҙерләү, художество белеме биреү үҙәктәре һ.б.; ғаиләне планлаштырыу кабинеты, агробиостанция, 29 ғилми‑техник лаб., “Вагант” нәшриәт‑полиграфия комплексы һ.б. инә. Китапхана‑мәғлүмәт үҙәге, медиатекаһы, БДПУ тарихы музейы, производство һәм художество оҫтаханалары, шифахана‑профилакторийы, “Росинка” спорт‑һауыҡтырыу комплексы һәм лагеры, “Буревестник” физик культура йорто һ.б. бар. Тамамлаусыларға белгес, бакалавр, магистр квалификацияһы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 37 һөнәр һәм 14 йүнәлеш б‑са алып барыла. 31 һөнәр б‑са аспирантура, 3 һөнәр б‑са докторантура, докторлыҡ дисс. яҡлау б‑са 5 совет эшләй. Уҡытыусылар араһында Рәсәй мәғариф акад. 1 мөхбир ағзаһы, БР ФА‑ның 8 мөхбир ағзаһы, 105 фән д‑ры һәм 352 фән канд. (2008). Университет хеҙм‑рҙәре тарафынан уйлап табыуҙарға 20‑гә яҡын автор таныҡлығы һәм патент алынған. 40 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Италия, Ҡаҙағстан, Нидерланд, Франция, Һиндостан ун‑ттары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Университетта йыл һайын 130‑ҙан ашыу дәреслек, уҡыу әсбабы, монография баҫылып сыға; “Педагогический журнал Башкортостана”, “Вестник Башкирского государственного педагогического университета им. М.Акмуллы”, “Бюллетень по научно‑иследовательской работе Башкирского государственного педагогического университта им. М.Акмуллы” (“М.Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының ғилми‑тикшеренеү эше буйынса бюллетень”) ж., “Аудитория” гәз., “Культура и образование” (“Мәҙәниәт һәм мәғариф”), “Система непрерывного образования: школа—педколледж—педвуз” (“Өҙлөкһөҙ белем биреү системаһы: мәктәп—педколледж—педвуз”), “Учёные записки физико‑математического факультета” (“Физика‑математика факультетының ғилми яҙмалары”) вуз‑ара йыйынтыҡтары нәшер ителә. Ректорҙары: М.Й.Йәнгиров (1967 й. алып), Р.Ғ.Кузеев (1971 й. алып), Э.Ш.Хәмитов (1983 й. алып), Р.М. Әсәҙуллин (2005 й. алып). Университет терр‑яһына Аҡмуллаға һәйкәл ҡуйылған (2008).

Р.М.Әсәҙуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Яндекс.Метрика