ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ №2, 1958 й. 1‑се Өфө мәктәпкәсә пед. уч‑щеһының музыка‑пед. бүлеге базаһында музыка‑пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1963 й. алып 2‑се пед. уч‑щеһы, 1992 й. — 2‑се Өфө пед. колледжы. 2013 й. башлап 2‑се П.к. һәм Һөнәрселек‑педагогия колледжы базаһында БДПУ колледжы булараҡ Педагогия университеты составына инә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә музыка белеме биреү, һынлы сәнғәт һәм һыҙым һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Хор, ритмика һәм хореография кластары, музыкала компьютер технологиялары, компьютер графикаһы һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте кабинеттары, һүрәт, рәсем сәнғәте һәм мәҙәниәт, материалдарҙы художестволы эшкәртеү, керамик изделиеларҙы яндырыу оҫтаханалары, 2 спорт һәм 2 тамаша залы, хәрби дан музейы, китапханаһы, ятағы һ.б. бар. Уҡыу йорто м‑н Э.Х.Ғәйфуллина, Р.Ш.Заһиҙуллин, Е.Н.Крылова, Ә.М.Мәзитов, Ғ.К.Солтанова, Р.М.Ураҡсина, Д.Д.Хәсәншин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2008), улар араһында Р.Р.Абдуллин, Б.С.Байымов, Р.М.Вәдүтов, И.И.Ғүмәров, Р.А.Заһретдинов, Н.А.Калинушкин, Т.Х. Мәсәлимов, Ф.Х.Сиражетдинова, Й.Ә.Сөләймәнов, Риф С.Сөләймәнов, З.Д.Сөнғәтуллина, Р.Ә.Сәлимгәрәев, Р.З.Харисов, Ф.Д.Шәйҙуллина, Р.Х. Әхмәтвәлиев. Колледж бинаһына большевиктарҙың Өфө партия ойошмаһының 1917 й. үткәрелгән йыйылышына һәм Кременчуг‑Александрия уҡсылар дивизияһына арналған 2 мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1982). Бина — тарих ҡомартҡыһы (1875 й. төҙөлгән).

М.Ю.Байназарова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Яндекс.Метрика