ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ №1, 1939 й. майында башҡ. пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1939 й. сент. мәктәпкәсә пед. уч‑щеһы, һуңыраҡ 1‑се пед. уч‑щеһы, 1994 й. алып 1‑се Өфө П.к., 2013 й. — Өфө күп профилле проф. колледжы. Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә һәм экстернат формаһында түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: мәктәпкәсә белем биреү, соц. пед., сит телдәр, башланғыс кластарҙа коррекцион пед., туған тел һәм әҙәбиәт. 2 компьютер класы, тамаша һәм спорт залдары, китапханаһы, колледж тарихы музейы, уҡыу оҫтаханалары бар. Уҡыу йорто м‑н Ф.Х.Мостафина һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 20 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2008), улар араһында Ә.С.Мифтахова, Ә.Ғ.Әбсәләмова. Мәскәү һәм Рәсәй (С.‑Петербург) пед. ун‑ттары м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Р.С.Үмәрғәлин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика