“ПЕДАГОГИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ” (“Педагогик журнал”). Өфө уҡытыусылар союзы органы. 1917 й. нояб. алып 1918 й. апр. тиклем (барлығы 3 һаны донъя күрә) Өфөлә урыҫ телендә нәшер ителә. Журнал биттәрендә белем һәм тәрбиә биреү, уҡытыусыларҙың хоҡуҡи һәм матди хәле мәсьәләләре б‑са мәҡәләләр баҫыла; Халыҡ мәғарифы министрлығы, Ырымбур уҡыу округының эшмәкәрлеге яҡтыртыла; пед. советтар т‑да мәғлүмәттәр, тыуған яҡты өйрәнеү материалдары һ.б. баҫтырыла.

Ю.В.Ергин

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Яндекс.Метрика