“ПЕДАГОГИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ БАШКОРТОСТАНА” (“Башҡортостандың педагогик журналы”), фәнни‑ғәмәли журнал. Ойоштороусыһы — “Башҡорт дәүләт педагогия университеты комплексы” ассоциацияһы. 2005 й. алып Өфөлә йылына 6 тапҡыр урыҫ, инглиз, немец, башҡ. һәм татар телдәрендә сыға. Тиражы — 1500 дана (2015). Журнал биттәрендә пед., психология, филос. көнүҙәк проблемалары, дөйөм һәм проф. белем биреү учреждениелары эшмәкәрлеге, мәғариф өлкәһен модернизациялау, “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу һ.б. т‑да мәҡәләләр баҫыла. РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы тарафынан фән докторы һәм кандидаты ғилми дәрәжеһенә дисс. яҡлау б‑са иœ мөһим ғилми һөҙөмтәләр баҫылырға тейешле рецензияланған төп фәнни журналдар һәм баҫмалар исемлегенә индерелгән. Рубрикалары: “Хәҙерге заман педагогикаһы проблемалары”, “Мәғариф һәм мәҙәниәт”, “Психологик‑педагогик тикшеренеүҙәр”, “Инновацион технологиялар”, “Мәғариф тарихы”, “Педагогик таҫма (яңылыҡтар, рецензиялар, хроника)”, “Сит илдәрҙәге коллегаларҙың тәжрибәһе”, “Мәғариф практикаһы”, “Фәндә тәүге сығыш”, “Халыҡ мәғарифы эшмәкәрҙәре” һ.б. Баш мөхәррире — Р.М.Әсәҙуллин (2005 й. алып).

В.Э.Штейнберг

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика