ПЕДАГОГИКА (гр. paidagógiké), 1) кешене тәрбиәләү һәм уҡытыу т‑дағы фән; 2) тәрбиә биреү, белем биреү һәм уҡытыу м‑н бәйле булған фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһе; 3) тәрбиә биреү, уҡытыу, белем биреү стратегияһына, маҡсаттарына, йөкмәткеһенә һәм тактикаһына бәйле идеялар, фекерҙәр, ҡараштар (дини, ижт., халыҡ һ.б.); 4) урта һәм юғары проф., вуздан һуңғы педагогик белем биреү составындағы фән. Рәсәйҙә П. фән булараҡ формалашыуы К.Д. Ушинскийҙың эшмәкәрлегенә бәйле, ул 19 б. уртаһында уның нигеҙендә тәрбиә биреүҙең һәм уҡытыуҙың психологик‑пед. концепцияһын һәм теорияһын булдырған. Уның эсенә дидактика, коррекция педагогикаһы, П. тарихы, дөйөм, йәш, тармаҡ П. инә. Фольклорҙа, йолаларҙа, традицияларҙа һ.б. (ҡара: Этнопедагогика) сағылған социалләштереүҙең һәм тәрбиә биреүҙең саралары, ысулдары боронғо башҡорттарҙың пед. белем формаһы булып торған. Ғилем тармағы булараҡ П. формалашыуы исламдың үтеп инеүенә һәм мәктәптәр м‑н мәҙрәсәләр таралыуына бәйле. Аҡмулла, М.М.Биксурин, Ҡарас сәсән, М.И.Өмөтбаев, З.Х.Рәсүлев, Р.Ф. Фәхретдинов һ.б. прогрессив пед. фекер йөрөтөүселәр булған. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған уҡыу йорттары ойоштороу (ҡара: Мәғариф) Н.И.Ильминский, Н.И.Пирогов, Л.Н.Толстой, Н.В.Чеховтың һ.б. пед. ҡараштары үтеп инеүгә булышлыҡ итә. Уларҙың идеялары А.Г.Бессонов, С.Ш.Йыһаншин, В.В.Катаринский, Г.П.Ников, А.П.Пинкевич һәм башҡаларҙың П. фәнни нигеҙҙәрен эшләүенә йоғонто яһай. Респ. Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Уҡытыусылар институты асылыу м‑н пед. тикшеренеүҙәр системалы характер ала. П. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Педагогия университетында, Башҡорт дәүләт университетында, БДУ‑ның Бөрө филиалында (ҡара: Бөрө социаль‑педагогия академияһы), БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында (ҡара: Стәрлетамаҡ педагогия академияһы), Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһында, Мәғарифты үҫтереү институтында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һ.б. алып барыла. БР ғалимдары тарафынан мәктәпкәсә, дөйөм, урта, проф., юғары һәм вуздан һуңғы белем биреүҙең фәнни нигеҙҙәре эшләнә, белем биреү процесының, ш. иҫ. уҡыусы йәштәргә политехник һәм хеҙмәт күнекмәләре биреүҙең (М.И.Ғарипов, Р.З.Тагариев, А.Ф.Әмиров, К.Ш.Әхиәров), пед. культурологияның (В.Л.Бенин, З.Ж.Кейекбаева, Х.Х.Лоҡманова), этнопедагогиканың (Х.Х.Баймырҙин, В.И.Баймырҙина, С.Ә.Мөхәмәтйәнов, Әхиәров), ислам мәғарифы П. (Р.Х.Кәлимуллин, В.С.Хәзиев, Т.М. Әминев, Р.М.Әсәҙуллин, Р.И.Яҡупов һ.б.), дидактиканың (Т.Х.Аслаев, М.Ғ.Ғималова, К.З.Закирйәнов, Р.А. Ҡоҙашев, В.П.Сухов, Н.С.Сытина, Л.Ғ.Сәйәхова, Р.Г.Хазанкин, С.Т.Һатыбалдина, Р.В.Әлмөхәмәтов һ.б.), юғары мәктәп П. (Ө.Т.Арҙаширова, Г.И.Ғайсина, Ә.С.Ғаязов, Э.Ш.Хәмитов, В.Э.Штейнберг, Әсәҙуллин һ.б.), респ. мәғариф тарихының (Ә.Ә.Йәнекәев, Ф.Х.Мостафина, А.К.Рәшитов, Л.Ш.Сөләймәнова, М.Н.Фәрхшатов, С.Р.Әлибаев, Әминев, Л.Я.Әминева) һ.б. пед., психологик, дидактик аспекттарын камиллаштырыу проблемалары тикшерелә. “Башҡортостан уҡытыусыһы” һәм “Педагогический журнал Башкортостана” ж. нәшер ителә. П. урта һәм юғары пед., мед. уҡыу йорттарында, БДУ‑ла, БДАУ‑ҙа, ӨДАТУ‑ла, ӨДИСУ‑ла, ӨДСА‑ла, Рәсәй ислам университетында һ.б. уҡытыла.

Әҙәб.: А с а д у л л и н Р.М., Б е н и н В.Л. Антропологические основания педагогического образования. М.; Уфа, 2000; А м и н о в Т.М. История профессионального образования в Баш‑ кирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006.

Т.М.Әминев, Р.М.Әсәҙуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика