ПЕДАГОГИКА ИНСТИТУТЫ, Б а ш ҡ о р т о с т а н   ғ и л м и ‑ т и к ш е р е н е ү   п е д а г о г и к а   и н ‑ с т и т у т ы, 1932 й. ғин. Өфөлә Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының педология өлкә кабинеты һәм Башҡортостан ғилми‑тикшеренеү институтының педология‑пед. секцияһы базаһында Башҡ‑н марксистик‑ленинсы педагогика һәм педология ҒТИ булараҡ асыла, 1932 й. сент. алып Башҡ‑н педагогика ҒТИ, 1938 й. Респ. методика кабинетына үҙгәртелә. БАССР Мәғариф ХК ҡарамағында була, 1936 й. башлап К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑ты составында. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: башҡ. мәктәбендә айырым фәндәрҙе уҡытыу методикаларын эшләү, башҡ. һәм татар телдәрендә дәреслектәр яҙыу, респ. мәктәптәре эшен анализ‑ лау һәм тәжрибәһен дөйөмләштереү, методик ярҙам күрһәтеү, уҡытыусылар кадрҙарының квалификацияһын күтәреү һ.б. Институт составында педология, политехнизация һәм ба‑ лалар коммунистик хәрәкәте кабинеттары, 1932 й. июленән программа‑методика, пед., балалар хәрәкәте һәм коммунистик тәрбиә секторҙары, 1934 й. алып ш. уҡ шәхси методикалар бүлеге эшләй. Институтҡа 3 база мәктәбе беркетелә. Институтта 11 ғилми хеҙм‑р, 1933 й.— 14, ш. иҫ. 7 доцент, эшләй. Милли мәктәптәр өсөн 30‑ҙан ашыу дәреслек һәм методик ҡулланма нәшер ителә. Институт хеҙм‑рҙәре башҡа милләттәр өсөн мәктәптәрҙең һәм башҡ. политехник мәктәбенең тарихын өйрәнә, респ. халыҡ мәғарифы тарихы б‑са документтар йыйыуҙы тормошҡа ашыра, Баймаҡ р‑ны милли мәктәптәренә һәм Өфө мәктәптәренә ғилми экспертизалар, Балаҡатай һәм Дыуан р‑ндарында һ.б. уҡыусылар конференцияларын үткәрә. Дир.: Б.Г.Яҡупов (1932 й. алып), Т.Г.Ельменёв (1932 й. сент. алып), Ә.Ә.Йәнекәев (1933 й. июленән алып).

Ю.В.Ергин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика