ПЕДАГОГИК БЕЛЕМ БИРЕҮ, педагогика өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Бөтә типтағы уҡыу йорттары (ҡара: Юғары белем, Башланғыс профессиональ белем, Урта профессиональ белем, Мәғариф) өсөн пед. кадрҙар әҙерләү һәм яңынан әҙерләү б‑са бер‑береһе м‑н үҙ‑ара бәйле учреждениелар (уҡыу йорттары һәм фәнни ойошмалар, уларға идара итеү органдары) йыйылмаһын тәшкил итә. “П.б.б.” төшөнсәһенә ш. уҡ ижади һәм проф. фекерләүҙе үҫтереүгә булышлыҡ иткән һәм педагогик белем алғандарға уҡытыу һәм уҡытыу‑тәрбиә биреү учреждениеларында, һөнәренә ярашлы, уҡытыу‑тәрбиә биреү эшмәкәрлеген алып барыу мөмкинлеген биргән, педагогикаға яраҡлаштырылған, дөйөм теоретик, махсус белемдәр һәм пед. күнекмәләр йыйылмаһы инә. Башҡортостанда дини уҡыу йорттары (ҡара: Дарелмөғәллимәт, Ир балалар дини училищеһы, Мәҙрәсә) — тәүге П.б.б. учреждениелары, Бөрө өйәҙ уч‑щеһы эргәһендәге пед. класс (1862 й. асылған) тәүге урыҫ телле дәүләт проф. уҡыу йорто була. Дәүләт П.б.б. системаһы Уҡытыусылар семинариялары т‑дағы положениеға (1870), Уҡытыусылар институттары т‑дағы положениеға, Татар уҡытыусылар мәктәптәре т‑дағы положениеға (икеһе лә — 1872) һ.б. ярашлы формалаша. Башланғыс мәктәп уҡытыусылары — дөйөм белем биреү уҡыу йорттары эргәһендәге пед. курстарҙа һәм пед. кластарҙа, ҡатын‑ҡыҙҙар гимназиялары һәм прогимназиялары эргәһендәге пед. кластарҙа, пед. экстернаттарҙа, Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбендә, Орск‑Ырымбур ҡаҙаҡ уҡытыусылар мәктәбендә, Өфө татар уҡытыусылар мәктәбендә, Благовещен уҡытыусылар семинарияһында һ.б.; сиркәү‑мәхәллә мәктәптәре уҡытыусылары — икенсе класлы уҡытыусылар мәктәптәрендә һ.б.; ҡала училищелары һәм өйәҙ училищелары уҡытыусылары Өфө Уҡытыусылар институтында әҙерләнә. Уҡыу йорттарында дөйөм белем биреү һәм махсус (пед., психология, гигиена) дисциплиналар өйрәнелә, пед. практика махсус асылған мәктәптәрҙә үткәрелә. Революциянан (1917) һуң уҡытыусылар мәктәптәре һәм семинариялары нигеҙендә асылған өс йыллыҡ пед. курстар эшләй. 20‑се йй. алып педагогтар әҙерләү пед. техникумдарҙа (педагогия училищелары итеп үҙгәртелә) һәм Халыҡ мәғарифы ин‑тында (ҡара: Башҡорт дәүләт университеты) алып барыла. Халыҡ мәғарифы ин‑тын Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты итеп үҙгәрткәндән һәм Уҡытыусылар институттарын асҡандан һуң юғары П.б.б. үҫеш ала. Урта махсус белемле уҡытыусыларҙы — Белорет педагогия колледжы, Бәләбәй педагогия колледжы, Күмертау педагогия колледжы, Мәсәғүт педагогия колледжы, Нефтекама педагогия колледжы, Педагогия колледжы №1, БДПУ колледжы (ҡара: Педагогия колледжы №2, Һөнәрселек педагогия колледжы), Сибай педагогия колледжы, Стәрлетамаҡ физик культура техникумы, Туймазы педагогия колледжы һ.б.; юғары белемлеләрҙе Педагогия университеты, БДУ, Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһы, Урал дәүләт физик культура университеты филиалдары һ.б. әҙерләй. Өҙлөкһөҙ П.б.б. программаһы вуздарҙың аспирантура һәм докторантураһында, БДПУ‑ның Квалификация күтәреү һәм проф. йәһәттән яңынан әҙерләү ин‑тында, БДУ‑ның Өҫтәлмә белем биреү идаралығында, Мәғарифты үҫтереү институтында һ.б. тормошҡа ашырыла. Проф. әҙерлек һәм пед. проф. ориентация вуздарҙың әҙерләү бүлектәрендә, гим‑ назиялар һәм лицейҙарҙың пед. кластарында алып барыла. П.б.б. нигеҙҙәре Аҡмулла, А.Г.Бессонов, М.М.Биксурин, В.В.Катаринский, М.И.Өмөтбаев, А.П.Пинкевич, З.Х.Рәсүлев, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б. тарафынан эшләнгән. П.б.б. үҫешенә Ө.Т.Арҙаширова, Х.Х.Баймырҙин, В.И.Баймырҙина, В.Л.Бенин, Ә.С.Ғаязов, В.М.Йәнгирова, Ә.Ә.Йәнекәев, Ф.Х. Мостафина, С.Ә.Мөхәмәтйәнов, Ә.З.Рәхимов, М.Н.Фәрхшатов, Р.М. Фәтихова, В.С.Хәзиев, Э.Ш.Хәмитов, В.Э.Штейнберг, С.Р.Әлибаев, Р.В.Әлмөхәмәтов, Т.М.Әминев, Р.М.Әсәҙуллин, К.Ш.Әхиәров һ.б. өлөш индерә.

Әҙәб.: А м и н о в Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006.

Т.М.Әминев, Р.М.Әсәҙуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика