ПАРАБОЛИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, айырым сығарылмалы һәм коэф. матрицаһы ыңғай билдәләнгән дифференциаль тигеҙләмәләр класы. Йылы үткәреүсәнлек, диффузия, шыйыҡлыҡты һәм газды фильтрлау һ.б. стационар булмаған процестарҙы һүрәтләй. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. алып П.т. теорияһының ҡайһы бер аспекттары б‑са тикшеренеүҙәр БДПУ‑ла, Матем. ин‑тында, Механика ин‑тында, ӨДАТУ‑ла һәм СДПА‑ла алып барыла. Икенсе һәм юғары дәрәжәле П.т. өсөн беренсе ҡатнаш мәсьәлә өйрәнелгән; беренсе ҡатнаш мәсьәлә сиселештәренең сифат үҙсәнлектәрен сикләнмәгән өлкәләрҙә өйрәнергә мөм‑ кинлек биргән ысул уйлап сығарылған, П.т. сиселештәре кәмеү тиҙлегенең аныҡ баһалауҙары һ.б. табылған (Ф.Х. Мөҡминов, И.М.Бикҡолов). Төрөлмә тибындағы функционалдарҙың, сик мәсьәләләрен өйрәнеү һәм П.т. аныҡ сиселештәрен төҙөү өсөн тейеүсе һәм локаль булмаған үҙгәртеүҙәрҙең ҡулланылыуы тикшерелгән, т‑ра ҡырҙарын тасуирлау өсөн коэф. үҙгәреүсән булған П.т. асыҡланған формулалары табылған, күҙәнәкле мөхиттәрҙә адсорбция һәм десорбция динамикаһы мәсьәләһенең аныҡ сиселештәретөҙөлгән һ.б. (А.В.Жибер). П.т. өсөн һыҙыҡлы булмаған башланғыс‑сик мәсьәләләрен сисеүҙең ите‑рацион ысулдары уйлап сығарылған (И.И.Голичев). Сикләнмәгән өлкәлә псевдодифференциаль П.т. өсөн сик мәсьәләләренең сиселештәре берҙән‑бер булыуының аныҡ кластары табылған һ.б. (Л.М.Кожевникова). Сикләнмәгән өлкәлә тигеҙ булмаған П.т. сиселештәре кәмеү тиҙлегенең баһалауҙары табылған һ.б. (В.М.Ғилемшина).

Ф.Х.Мөҡминов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика