ПАНТЮРКИЗМ, нигеҙен төрки халыҡтарҙы бер милләткә берләштереү идеяһы тәшкил иткән ижт.‑сәйәси доктрина. 19 б. аҙ. төрки‑мосолман зыялылары мөхитендә яралған; йәдитселектә мәҙәни‑ағартыу этабының формалашыуы һәм барлыҡ төрки халыҡтарҙың мәҙәни һәм милли берҙәмлеге идеяһын күтәреп сыҡҡан И.М. Гаспринский эшмәкәрлегенә бәйле. Сәйәси хәрәкәт булған П. идеологы булып Й.Аҡсура (1876—1935) торған: уның “Сәйәсәттең өс төрө” (“Три вида политики”; 1904) тигән мәҡәләһендә үҙәге Төркиә булған төрки сәйәси милләтен, төрки халыҡтар берлеген булдырыу идеяһы сағылған. 20 б. башында П. Волга‑Урал төбәгендә мосолман халыҡтар милли хәрәкәтенең идея нигеҙенә, мосолман либерализмы доктринаһына әүерелә. Рәсәй төрки‑мосолмандарының мәҙәни‑милли автономияһын ойоштороу (дин һәм халыҡ мәғарифы эштәрендә үҙ аллылыҡ) милли доктрина булараҡ П. төп талабына әйләнә; Ғ.Баруди, Д.Д.Вәлидов, Ғ.Ибраһимов, Ф.Ғ.Кәримов, С.Н.Маҡсуди, А.Т.Цаликов, Ибн.Ә.Әхтәмов тарафынан пропагандаланған; Рәсәй мосолмандарының 3‑сө съезы (Түб. Новгород ҡ., 1906) ҡарарҙарында, Рәсәй мосолмандары иттифағы һәм Дәүләт думаһының мосолман фракцияһының программа положениеларында нығытылған. 1917 й. 22 июлендә Ҡазанда берлектә үткән 2‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы, 1‑се Бөтә Рәсәй хәрби мосолман съезы һәм Бөтә Рәсәй мосолман руханиҙары съезы (ҡара: Мосолман съездары) ултырышында Эске Рәсәй һәм Себер төрки‑татарҙары мосолмандарының милли‑мәҙәни автономияһы иғлан ителә. 1917 й. 29 нояб. Милләт мәжлесе ултырышында милли‑мәҙәни автономияның нигеҙҙәре проекты ҡабул ителә. Совет власы йылдарында П. — тәнҡиткә, уның яҡлылар эҙәрләүгә дусар ителгән. 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында төрки берҙәмлек идеяһы тергеҙелә башлай. 1990 й. Мәскәүҙә СССР‑ҙың Көнсығыш халыҡтары ассамблеяһы (1997 й. алып Төрки халыҡтарҙың Бөтә до‑ нъя ассамблеяһы) ойошторола, 1990—2014 йй. 6 съезд үтә.

Әҙәб.: М у х а м м е т д и н о в Р.Ф. Зарождение и эволюция тюркизма. Казань, 1996; Я м а е в а Л.А. Мусульманский либерализм начала XX века как общественно‑политическое движение (по материалам Уфимской и Оренбургской губерний). Уфа, 2002.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика